+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
22 Март 2024, 03:25

Көнсығыш сығыу юлы асылды

Өфөнән М-5 «Урал» федераль трассаһына Көнсығыш сығыу юлы асылды.

Көнсығыш сығыу юлы асылдыКөнсығыш сығыу юлы асылды
Көнсығыш сығыу юлы асылды

Өфөнән М-5 «Урал» федераль трассаһына Көнсығыш сығыу юлы асылды.

Күптән көтөлгән тантаналы ваҡиға кисә булды.

Көнсығыш сығыу юлы аша Өфөнән М-5 «Урал» трассаһына 10 минут эсендә барып етергә мөмкин. Ул 1,2 саҡрым оҙонлоҡтағы автомобиль тоннеленән, Ҡариҙел аша 2,7 саҡрым оҙонлоҡтағы эстакадалы күперҙән һәм 10 километрлыҡ автомобиль юлынан тора. Дөйөм оҙонлоғо – 13,9 саҡрым.

1 апрелдән төндә юл йөрөү хаҡы еңел автомобилдәрҙән – 20 һум, ә иртәнге 6.00 сәғәттән 100 һум тора. Йәмәғәт транспорты, махсус хеҙмәттәр, почта машиналары, мәктәп автобустары Көнсығыш сығыу юлынан бушлай йөрөй.

Олег Яровиков фотоһы.

Автор:
Читайте нас