+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
22 Март 2024, 03:55

Ҡаты яза алды

Былтыр февраль айында Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында булған ҡот осҡос енәйәт бөтә республиканы тетрәндергәйне.

Ҡаты яза алдыҠаты яза алды
Ҡаты яза алды

Былтыр февраль айында Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында булған ҡот осҡос енәйәт бөтә республиканы тетрәндергәйне.

 22 йәшлек студент, көнләшеп, 16 йәшлек элек йөрөгән ҡыҙын, 20 йәшлек уның яңы егетен үлтерҙе. Ул ғына ла булмай, авария ойоштороп, тағы бер ирҙең ғүмерен ҡыйҙы.

Имен ғаиләлә төрбиәләнгән Тимур Өфөлә абруйлы уҡыу йортонда уҡый. Ул 16 йәшлек мәктәп уҡыусыһы менән осраша башлай. Тик уларҙың араһы боҙола, ҡыҙ башҡа берәү менән дуҫлаша. Тимур, үс алыу ниәте менән, парк эргәһендә машинала ултырған ҡыҙҙы һәм уның егетен бысаҡ менән сәнсә. Егет шул урында йән бирә, ҡыҙҙы иһә дауаханаға алып барып еткерәләр, ләкин ҡотҡара алмайҙар. Енәйәтсе, “ВАЗ-2114” машинаһына ултырып, Шишмә юлына төшә, ләкин “Лада Гранта”ға төкөй. Аварияла “Гранта” водителе үлә.

Бер йылдан ашыу ваҡыт үткәс, суд ҡарары енәйәтсене 20 йылға иркенән мәхрүм итте. Ул ҡаты режимлы колонияла ултырасаҡ. Шулай уҡ үлтергән кешеләрҙең яҡындарына килтергә әхләҡи зыянды ҡаплаясаҡ.

Автор:
Читайте нас