+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
22 Март 2024, 06:40

21 март – Бөтә донъя шиғриәт көнөндә Өфө фән һәм технологиялар университетында “Яҙғы бөрө – көҙгө емеш бит ул...” исемле бик матур сара уҙҙы.

Шағирҙар һәм “Шоңҡар” әҙәби ижад берекмәһенең йәш ҡәләм тибрәтеүселәре ҡатнашлығындағы әҙәби-музыкаль кисәне республиканың Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо. Уны шағирә, Милли әҙәбиәт музейының өлкән ғилми хеҙмәткәре Зөлфирә Ҡарағужина йәмле һәм йәнле итеп алып барҙы. Талантлы шағир Рәшит Назаровтың ижадын, уның шәхси архив хаттарын  сағылдырған бай күргәҙмә лә  студенттарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

21 март – Бөтә донъя шиғриәт көнөндә Өфө фән һәм технологиялар  университетында   “Яҙғы бөрө – көҙгө емеш бит ул...” исемле бик матур сара уҙҙы.21 март – Бөтә донъя шиғриәт көнөндә Өфө фән һәм технологиялар  университетында   “Яҙғы бөрө – көҙгө емеш бит ул...” исемле бик матур сара уҙҙы.
21 март – Бөтә донъя шиғриәт көнөндә Өфө фән һәм технологиялар университетында “Яҙғы бөрө – көҙгө емеш бит ул...” исемле бик матур сара уҙҙы.

БР Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары, шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шағир Хисмәт Юлдашев, Салауат Юлаев ордены кавалеры, шағирә Тамара Искәндәриә, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары, шағир, прозаик Әхмәт Үтәбай, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, “Ағиҙел” журналының бүлек мөхәррире, шағир, драматург Салауат Әбүзәр, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, Кайгусуз Абдала исемендәге Халыҡ-ара шиғриәт конкурсы лауреаты, “Ағиҙел” журналының бүлек мөхәррире, шағирә Гөлнара Хәлфетдинова, “Шоңҡар” әҙәби берекмәһе етәксеһе, БР башлығы өлкән референты, шағир, журналист Алмас Шаммасов, “Һәнәк” журналының баш мөхәррире, шағир Илгиз Ишбулатов, “Асыш” республика конкурсында “Поэзия” номинацияһында еңеүсе, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының бүлек мөхәррире, шағирә Айзилә Мортаевалар ижад емештәре менән бүлешеп, сарала ҡатнашыусыларға күңел байрамы бүләк итте.

21 март – Бөтә донъя шиғриәт көнөндә Өфө фән һәм технологиялар  университетында   “Яҙғы бөрө – көҙгө емеш бит ул...” исемле бик матур сара уҙҙы.
21 март – Бөтә донъя шиғриәт көнөндә Өфө фән һәм технологиялар университетында “Яҙғы бөрө – көҙгө емеш бит ул...” исемле бик матур сара уҙҙы.
Автор:
Читайте нас