Амур өлкәһенең Зея муниципаль округында 18 мартта “Пионер” руднигында тау тоҡомдары ишелеү һөҙөмтәһендә 13 шахтер ер аҫтында ҡалды, тип хәбәр иткәйне киң мәғлүмәт саралары.
120 метр тәрәнлектә ҡамалып ҡалыусылар араһында Башҡортостандан биш таусы бар. Уларҙың дүртәүһе — Сибайҙан, береһе — Учалынан. 31-48 йәштәге ирҙәр машинист булып эшләй.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Амур өлкәһе буйынса идаралығынын белдереүҙәренсә, ҡотҡарыу эштәре дауам итә. Урында Якутиянан, Хабаровск һәм Приморск крайҙарынан ҡотҡарыусылар эшләй. Уларға ярҙамға Кузбастан өҫтәмә көстәр килгән.
Башҡортостан вахтасыларының туғандарын Зея муниципаль округында ҡаршы алырға һәм урынлаштырырға әҙерҙәр. Яҡташтарыбыҙҙың туғандарын Овсянка ауылы мәктәбендә, шулай уҡ ҡала ҡунаҡханаһында урынлаштырырға әҙерләнәләр. Бынан тыш, урындағы дауаханала 30 койка-урын бүлгәндәр.