Мәскәүҙә үткән "Рәсәй" халыҡ-ара форум-күргәҙмәһендә "Роснефть" Башҡортостан Республикаһы көндәрен асыу сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте менән "Роснефть" компанияһы эске автомобиль туризмын үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында Меморандум раҫланды.
Документҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, «Роснефть» компанияһының ваҡлап һатыу бизнесы һәм эске баҙар үҫеше буйынса вице-президенты Сергей Степаненко ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр ителә Республика Хөкүмәтенең рәсми сайтында.
Меморандум Башҡортостанда юл буйы хеҙмәтләндереү объекттарын һәм «Роснефть» сауҙа селтәренә ингән «Башнефть» автозаправка станцияһы селтәрен үҫтереүҙе күҙ уңында тота.