Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, 2023 йылда Башҡортостандың туризм өлкәһендә эшләгән 100-ҙән ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә дөйөм суммаһы 1,63 миллиард һумлыҡ льготалы финанслау алған.
Был, 2022 йыл менән сағыштырғанда, 2,1 тапҡырға күберәк. Туризм өлкәһендәге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары алған ташламалы финанслауҙың дөйөм күләме буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында ТОП-10 исемлегенә ингән. 2019 йылдан һуң, Рәсәй Президенты башланғысы менән милли проектар ғәмәлгә ашҡас, ташламалы финанслау был өлкәлә 25 тапҡырға артҡан.
Бынан тыш, "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" милли проекты сиктәрендә 2023 йылда туристик инфраструктураны үҫтереүгә дәүләт ярҙамының рекордлы күләме - 1,5 миллиард һум йәлеп ителгән.
Алынған аҡса, беренсе сиратта, туризм тармағы алдында торған төп мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелә - сифатлы туризм инфраструктураһын ойоштороу, төбәктә бөтә категориялы туристар өсөн уңайлы йәшәү шарттары булдырыу.
Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов һүҙҙәренә ҡарағанда, дөйөм алғанда, 23 һыу инеү урыны, 6 яңы туристар маршруты асылған, һаулыҡтары сикләнгән кешеләр өсөн 5 проект үҙләштерелгән, глэмпинг һәм кемпингтар өсөн 70 урын һайлап алынған.