+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
20 Март 2024, 11:14

Балаларҙы «Төп-Модель Өфө-2024» турнирында ҡатнашырға саҡыралар

Өфө балаларын «Төп-Модель Өфө-2024» республика дефиле турнирында ҡатнашырға саҡыралар. Сара 24 апрелдә «Алтын һыуһар» матурлыҡ һәм һаулыҡ индустрияһы конкурсы сиктәрендә уҙғарыла.  

Балаларҙы «Төп-Модель Өфө-2024» турнирында ҡатнашырға саҡыраларБалаларҙы «Төп-Модель Өфө-2024» турнирында ҡатнашырға саҡыралар
Балаларҙы «Төп-Модель Өфө-2024» турнирында ҡатнашырға саҡыралар

Өфө балаларын «Төп-Модель Өфө-2024» республика дефиле турнирында ҡатнашырға саҡыралар. Сараны ойоштороусы Айгөл Үтәгәнова хәбәр итеүенсә, турнир 24 апрелдә «Алтын һыуһар» матурлыҡ һәм һаулыҡ индустрияһы конкурсы сиктәрендә уҙғарыла.  

Ике йәш категорияһындағы малайҙар һәм ҡыҙҙар саҡырыла:

  • 5-10 йәш,
  • 11-17 йәш.

Ике йәш категорияһында ла еңеү яулаған ҡыҙҙарға 10 һәм 50 мең һумлыҡ аҡсалата бүләктәр тапшырыла. Ә малайҙарға -  фотосессия сертификаттары.

Баш ҡаланың 450 йыллығына арналған сара Өфө хакимиәте булышлығында үткәрелә. Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте рәсми төркөмдә табырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-19/detey-ufy-priglashayut-k-uchastiyu-v-turnire-po-defile-t-p-model-f-2024-3692424

Автор:
Читайте нас