Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошо менән таныштырҙы. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн Башҡортостанда яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -1,+4, таулы райондарҙа +9 градус.
Шаршамбы, 20 мартта, республикала яуым-төшөм көтөлмәй. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә -8, -13 градус, урыны менән -18, көндөҙ -1, +4 градус, таулы райондарҙа +9 градусҡа тиклем.
Кесаҙна, 21 мартта, һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Яуым-төшөмһөҙ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә -8, -13 градус, урыны менән -18, көндөҙ -1, +4 градус, таулы райондарҙа +9 градус.
Сығанаҡ: "Башинформ".