«Көнсығыш сығыу юлы» проекты Өфөнөң үҙәк өлөшөн М-5 “Урал” трассаһы менән тоташтыра.
Ул ҡала үҙәге һәм аэропорт яғына барған юлдарҙа көсөргәнеште кәметәсәк.
Үҙенсәлекле проект 1,2 саҡрым оҙонлоҡтағы автомобиль юлы тоннеленән, 2,7 саҡрымлыҡ эстакада менән Өфө йылғаһы аша күперҙән һәм 10 саҡрым оҙонлоҡтағы М-5 «Урал» федераль трассаһына йәнәш автомобиль юлынан тора.
Кисә үткән Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Көнсығыш сығыу юлын 1 апрелгә тиклем асыу планы тураһында хәбәр итте.
«Әлегә көнөн теүәл генә әйтмәйем, ләкин ошо аҙнаның һуңына, йәки, әйтәйек, 1 апрелгә тиклем күптән көтөп алынған объектты — Көнсығыш сығыу юлын асырбыҙ», — тип билдәләне ул.