+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
19 Март 2024, 03:40

Ташҡын юғарыраҡ булмаҡсы

Белгестәр билдәләүенсә, быйыл ташҡын алдағы йылдарға ҡарағанда нығыраҡ булыуы ихтимал.

Ташҡын юғарыраҡ булмаҡсыТашҡын юғарыраҡ булмаҡсы
Ташҡын юғарыраҡ булмаҡсы

Белгестәр билдәләүенсә, быйыл ташҡын алдағы йылдарға ҡарағанда нығыраҡ булыуы ихтимал.

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Анна Козаева белдереүенсә, Ағиҙел йылғаһы бассейнында ҡар уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 6-27 процентҡа ҡалыныраҡ. Ошонан сығып, Ағиҙел менән Ҡариҙел йылғаларында һыуҙың максималь күләме уртаса күрһәткестәрҙән 40-70 сантиметрға юғарыраҡ булыуы ихтимал. Өфөлә Ағиҙел йылғаһындағы һыу кимәле 670-770 сантиметр самаһы булыр тип көтөлә. Миҫал өсөн, былтыр был күрһәткес 302 сантиметр булған.

Быйыл Белорет, Стәрлетамаҡ һәм Өфөлә түбән урындарҙа һыу баҫыуы мөмкин. Павловка һәм Нижнекамск һыуһаҡлағыстарында һыу кимәле күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән ашмаҫ тип көтөлә. Көньяҡ Уралда йылғалар 9-14 апрелдә асыла, тип фаразлай белгестәр, был норманан 3-5 көнгә һуңыраҡ. Һаҡмар йылғаһында ташҡын кимәле – бер метрға, Оло Эйектә ярты метрға юғары буласаҡ.

Автор:
Читайте нас