Был Рәсәй төбәгендә һәләтле уҡыусыларҙы асыҡлауға йүнәлтелгән тәүге тәжрибә, үҙ сиратында, инженер-техник һөнәрҙәр буйынса артабан юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүгә ҙур әҙерлек булып тора. Олимпиада Башҡортостанда 2011 йылдан алып математика, физика, информатика, рус теле, әҙәбиәт, тирә-яҡты өйрәнеү, биология, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, география, инглиз теле, физик культура, музыка һәм башҡорт теле предметтары буйынса үткәрелә. 18 мартта Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов Гагарин олимпиадаһын ойоштороусылар Өфө дәүләт нефть техник университетының дистанцион технологиялар буйынса ситтән тороп уҡыу факультеты деканы урынбаҫары Владимир Филиппов һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының ҡабул итеү комиссияһы эшен ойоштороу бүлеге начальнигы Дамир Абыҙгилдин менән осрашты.
"Тағы ла бер мөһим төбәк-ара белем биреү проекты Силәбе өлкәһендә тормошҡа ашырылды. Ю.Гагарин олимпиадаһының был этабы беренсе тапҡыр Рәсәй төбәгендә үткәрелә. Олимпиадала ҡатнашыу һөҙөмтәһендә балалар үҙҙәренең белемен күрһәтергә, тәжрибә тупларға, илебеҙ геройҙары менән шәхсән танышырға һәм улар ҡулынан награда алыу мөмкинлегенә эйә", - тип билдәләне Әлфир Байымов. Мәғлүм булыуынса, яҡынса һөҙөмтәләр 3 апрелдә иғлан ителәсәк. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Өфөлә 14 майҙа Өфө дәүләт нефть университетында үтәсәк.