+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
19 Март 2024, 11:53

Мутлашыуҙың яңы төрө хаҡында иҫкәртәләр

Өфөлә мутлашыусылар лимонарий хеҙмәткәрҙәре исеменән алдай. Билдәһеҙҙәр баш ҡала халҡына шылтыратып һәм үҙҙәрен хеҙмәткәрҙәр тип таныштырып, экскурсиялар ойоштороу өсөн паспорт мәғлүмәттәрен һорай икән.

Мутлашыуҙың яңы төрө хаҡында иҫкәртәләрМутлашыуҙың яңы төрө хаҡында иҫкәртәләр
Мутлашыуҙың яңы төрө хаҡында иҫкәртәләр

Өфө лимонарийында мутлашыуҙың яңы төрө хаҡында иҫкәртәләр. Билдәһеҙҙәр баш ҡала халҡына шылтыратып һәм үҙҙәрен хеҙмәткәрҙәр тип таныштырып, экскурсиялар ойоштороу өсөн паспорт мәғлүмәттәрен һорай икән.

«Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр экскурсияға яҙылыу өсөн паспорт мәғлүмәттәрен һорап шылтыратмай! Бындай мәғлүмәтте бер кемгә лә әйтмәгеҙ. Улар - мутлашыусылар», - тип белдерҙеләр лимонарийҙа.

Бынан алдараҡ мутлашыусыларҙың мессенджерҙарҙа ялған аудиохәбәрҙәр ебәрергә өйрәнеүҙәре хаҡында яҙғайныҡ.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-19/moshenniki-obmanyvayut-zhiteley-ufy-ot-imeni-sotrudnikov-limonariya-3691622

Автор:
Читайте нас