Башҡортостанда, Рәсәй президентын һайлауҙа тауыш биреүҙең яҡынса йомғаҡтары буйынса, һайлаусыларҙың 83,73 % тауыш биргән. Тауыш биреү өсөн исемлектәргә индерелгән һайлаусыларҙың 2 465 830-ы гражданлыҡ бурысын үтәгән, тип хәбәр иттеләр республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында.
Әйтәйек, Өфөлә — 79,95%, башҡа ҡалаларҙа — 78,98%. Муниципаль райондар буйынса иһә уртаса күрһәткес 87,50% тиң.
Өфө райондары араһында иң әүҙем һайлаусылар Дим районына тура килә — 82,93%, Ҡала округтары араһында Ағиҙел һайлаусылары айырылып торҙо — 89,28%.