Өфөлә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының гастролдәре башлана
Урал аръяғының халыҡсан театры баш ҡала тамашасыһын 21 мартта Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында “Әлдермештән Әлмәндәр” (Т.Миңнуллин, реж. Д.Нурғәлин) комедия-фантасмагорияһы менән ҡыуандырмаҡсы. Ә 25 март көнө иһә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә “Фронтовичка” (А.Батурина, реж. И.Ҡаҙаҡбаев) драмаһы буласаҡ. Тамашалар киске 19.00 сәғәттә башлана.
Билеттарҙы Башҡорт академия драма театры кассаһында һәм сайтта һатып алырға мөмкин,
Пушкин картаһы ла ғәмәлдә.