+23 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
17 Март 2024, 10:32

Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе Розалиә менән Артур Хәмитовтар тыуған ил алдындағы гражданлыҡ бурысын үтәне

Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе Розалиә менән Артур Хәмитовтарҙың берҙәм ғаиләһе лә бөгөн тыуған ил алдындағы мөһим бурысын үтәне – Рәсәй Президентын һайлауҙа ҡатнашты. Уларҙың өс балаһы ла, тырыш һәм Ватанына тоғролоҡло ата-әсәһе өлгөһөндә, бәләкәстән ысын патриоттар булып үҫә. “Бөгөн һайлауға ирем менән генә түгел, ә ун бер йәшлек улыбыҙ Әминде һәм бер йәшлек ҡыҙыбыҙ Аэлитаны ла алып килдек. Өлкән улыбыҙ Амаль әле Өфөлә БР Биатлон буйынса олимпия резервы спорт мәктәбендә юниорҙар араһында әҙерлек үтә. Иртән шылтыратып, хәлдәребеҙҙе белеште, бөтә күңеле менән беҙгә ҡушылғанын әйтте", – тине күп балалы әсә.  #ВыбираемПрезидента#Башкортостан#БашВыбор2024

Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе Розалиә менән Артур Хәмитовтар тыуған ил алдындағы гражданлыҡ бурысын үтәнеМәләүез ҡалаһында йәшәүсе Розалиә менән Артур Хәмитовтар тыуған ил алдындағы гражданлыҡ бурысын үтәне
Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе Розалиә менән Артур Хәмитовтар тыуған ил алдындағы гражданлыҡ бурысын үтәне

Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе Розалиә менән Артур Хәмитовтарҙың берҙәм ғаиләһе лә бөгөн тыуған ил алдындағы мөһим бурысын үтәне – Рәсәй Президентын һайлауҙа ҡатнашты. Уларҙың өс балаһы ла, тырыш һәм Ватанына тоғролоҡло ата-әсәһе өлгөһөндә, бәләкәстән ысын патриоттар булып үҫә. “Бөгөн һайлауға ирем менән генә түгел, ә ун бер йәшлек улыбыҙ Әминде һәм бер йәшлек ҡыҙыбыҙ Аэлитаны ла алып килдек. Өлкән улыбыҙ Амаль әле Өфөлә БР Биатлон буйынса олимпия резервы спорт мәктәбендә юниорҙар араһында әҙерлек үтә. Иртән шылтыратып, хәлдәребеҙҙе белеште, бөтә күңеле менән беҙгә ҡушылғанын әйтте. Ватаныбыҙ киләсәге өсөн мөһим ваҡытта йәмғиәт тормошонан ситтә ҡалмау, әүҙем булыу – төп бурысыбыҙ, тип иҫәпләйбеҙ. Тыуған илгә һөйөүебеҙҙе белдереү, уға ярҙам итеү, бөйөк һәм ҡеүәтле Рәсәйҙең һәр кешеһенең киләсәге тураһында хәстәрлек күреү ул! Илебеҙҙә традицион ҡиммәттәрҙең һаҡланыуы, “Ғаилә йылы”ның иғлан ителеүе, хәстәрлекле саралар һөйөндөрә, сөнки үҙебеҙ ҙә дәүләтебеҙҙең ысын ярҙамын тойоп  йәшәйбеҙ. Киләсәктә лә балаларыбыҙҙың бәхетле, дөрөҫ үҫеш юлын һайлаған илдә ғүмер итеүен теләйбеҙ. Ғаиләбеҙ менән һайлауға йөрөү хәҙер изге йолаларыбыҙ исемлегендә булыр, тип уйлайым, сөнки яратҡан һәм ғәзиз кешеләр менән үткәргән һәр минут ҡиммәтле лә бит ул!” – тине бәхетле әсә, матур тәьҫораттары менән бүлешеп.

 

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас