Бөгөн – Рәсәй Президентын һайлауҙың икенсе көнө.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: һайлау быйыл 15-17 мартта үтә, участкалар иртәнге 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем эшләй. Уларҙың һаны – 3308, участка комиссияларына 28 мең кеше йәлеп ителгән.
Башҡортостанда тәүге көндә халыҡтың 36,66 проценты тауыш биргән. Йәғни – 1 076 954 кеше. Асҡын, Балтас, Благовар, Илеш, Миәкә, Тәтешле, Стәрлебаш һәм Федеровка райондарында күрһәткес 50 проценттан юғары. Өфөнөң дүрт районында һайлаусыларҙың 40 проценттан ашыу тауыш биргән. Киров районында – 44,65, Октябрьскийҙа – 42,66, Димдә – 41,79, Калининда 41,23 процент. Башҡортостан ҡалалары араһында һайлауҙарҙа Ағиҙелдә йәшәүселәр әүҙемлек күрһәткән – 43,37 процент.