Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙҙың дауалау учреждениелары баш табиптарына 163 яңы автомобиль асҡыстарын тапшырҙы.
– Беҙ Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау инфраструктураһын планлы рәүештә яңыртыуҙы дауам итәбеҙ. Һуңғы йылдарҙа уны йылдам нығыттыҡ – тиҙ ярҙам автопарктарын яңырттыҡ, ауыл дауаханаларын машиналар менән тәьмин иттек. Әле иһә республика һәм ҡала медицина учреждениеларына иғтибар бирҙек, – тине Радий Хәбиров.
Автомобилдәр алыусылар араһында республиканың ҙур медицина ойошмалары – Ҡыуатов исемендәге клиник дауахана, балалар дауаханаһы, онкология диспансеры, кардиология үҙәге, Перинаталь үҙәк, һуғыш ветерандары госпитале бар. Яңы техника шулай уҡ ҡала һәм райондарҙа урынлашҡан поликлиникалар һәм дауаханаларға ла тапшырылды.
Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.