+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
15 Март 2024, 13:17

Һайлауға – ғаилә менән!

Бөгөн илебеҙ Президентын һайлауға Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Әминә һәм Рим Йәнтүриндарҙың ғаиләһе айырыуса тулҡынланыу менән барған.

Һайлауға – ғаилә менән!Һайлауға – ғаилә менән!
Һайлауға – ғаилә менән!

Бөгөн илебеҙ Президентын һайлауға Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Әминә һәм Рим Йәнтүриндарҙың ғаиләһе айырыуса тулҡынланыу менән барған. Был татыу ғаиләлә ыласындай өс ул үҫә: Иҙелбайға быйыл 18 йәш тулған, Ғәҙелбайға – 16, улар Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжында уҡый. Ә кинйәләре Ғәзизйәнгә ике йәш тә ете ай ғына әле.

 – Күмәкләшеп барайыҡ тип, студент улдарыбыҙҙың дәрестән ҡайтып еткәнен көтөп торҙоҡ, – ти Әминә. – Иҙелбай һайлауҙа тәүге тапҡыр ҡатнашты, бөгөнгө көн, һис шикһеҙ, уның күңелендә ғүмерлеккә ҡалғандыр. Ғәҙелбай менән Ғәзизйән дә оло һайлауҙың тантаналы рухын тойһон, тип уйланыҡ. Улдарыбыҙҙы бәләкәйҙән илһөйәр егеттәр итеп тәрбиәләйбеҙ.

Иҙелбайҙы тауыш биреүҙә беренсе мәртәбә ҡатнашыуы менән ҡотлап, һайлау комиссияһы ағзалары иҫтәлекле бүләк тапшырған.

 – Ил яҙмышы өсөн әһәмиәтле ваҡиғала бөтә ғаиләбеҙ менән бергә ҡатнашырға теләнек, – тип бүлешә Әминә һәм Рим Йәнтүриндар.

#ВыбираемПрезидента

#Башкортостан

#БашВыбор2024

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас