Кисә, 13 мартта, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стратегик инициативалар агентлығының (АСИ) генераль директоры Светлана Чупшева менән осрашты.
Юғары ҡунаҡ Өфөгә “Торатау” конгресс-холында ойошторолған “Ил өсөн көслө идеялар” II төбәк йәмәғәт башланғыстары форумында ҡатнашыу өсөн килгәйне.
2023 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан иҡтисадына йәлеп ителгән инвестициялар күләме 620 миллиард һумға етте, 2022 йыл менән сағыштырғанда, 7,6 процентҡа артты, тине һөйләшеүҙәр барышында Радий Хәбиров. Волга буйы федераль округында республикабыҙ был күрһәткес буйынса өсөнсө урында бара.
Светлана Чупшева үҙ сығышында төбәктең иҡтисади үҫеше темптарын юғары баһаланы. Ике йыл сираттан төбәк “Ил өсөн көслө идеялар” Бөтә Рәсәй форумына сығарылған идеялар буйынса – 3,7 мең проект тәҡдим ителгән -лидерҙар рәтенә инә, тип билдәләне ул. ТОП-1000 инициативалар исемлегенә Башҡортостандан 49 идея ингән, ә ТОП-100-гә – 5.