+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
14 Март 2024, 03:55

Йәштәр форумы эшен дауам итә

Кисә, 13 мартта, Өфөлә Бөтә донъя йәштәр фестиваленең төбәк этабы – “Эшлә!” фестивале асылды.

Йәштәр форумы эшен дауам итәЙәштәр форумы эшен дауам итә
Йәштәр форумы эшен дауам итә

Кисә, 13 мартта, Өфөлә Бөтә донъя йәштәр фестиваленең төбәк этабы – “Эшлә!” фестивале асылды.

Сара 15 мартҡа тиклем вуз-ара студент кампусында үтә.

Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабиров белдереүенсә, был – халыҡ-ара кимәлдәге фестивалдә ҡатнашыу мөмкинлеге асҡан сара. Уның белем биреү майҙансыҡтары фестивалдә ҡатнашыусыларға шәхес булараҡ үҫергә булышлыҡ итә, стратегик сессияларҙың эш һөҙөмтәләре йәштәр һәм студенттар берләшмәләренең эшмәкәрлек йүнәлештәрен билдәләргә мөмкинлек бирә.

Бөтә донъя йәштәр фестиваленең төбәк этабының тәүге көнөндә 500-ҙән ашыу йәш кеше ҡатнашҡан. Программа нетворкинг-сессиялар, оҫталыҡ дәрестәре, федераль һәм төбәк спикерҙарынан лекциялар, студент клубтарының осрашыуҙарын үҙ эсенә алды. Йәштәр ижад, ирекмәнлек, эшҡыуарлыҡ һәм гранттар, медиа, фән, спорт һәм ятаҡтар советы буйынса фекер алышты, ҡыҙыҡлы сығыштар тыңланы, тәжрибә уртаҡлашты.

Йәштәр алдында Медиа лабораторияның генераль директоры Сергей Косенчук, Рәсәй АССК-һы башҡарма директоры советнигы Алексей Меньшенин, Рәсәй АССК-һы төбәк үҫеше департаменты етәксеһе Алексей Митенев, Росмолодежь.гранты һәм #БеҙБергә эксперты Ольга Чеснокова, Рәсәй йәштәр союзының Мәскәү төбәк тренинг үҙәге етәксеһе Дмитрий Крайнов һәм башҡалар сығыш яһаны.

Сараның артабанғы программаһында ирекмәндәр, студент отрядтары, “Беренселәр хәрәкәте” вәкилдәре һәм башҡа ҡыҙыҡлы спикерҙар менән осрашыуҙар ҡаралған.   

Автор:
Читайте нас