+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
14 Март 2024, 04:21

Республика спортсыһы еңел атлетика буйынса Гран-при яуланы

Туниста паралимпиясылар араһында еңел атлетика буйынса донъя Гран-прийы этабы тамамланды. Унда донъяның 42 иленән 353 спортсы йыйылды. Был ярышта 2,5 йыл эсендә тәүге тапҡыр Рәсәй спортсылары ла ҡатнашты.

Республика спортсыһы еңел атлетика буйынса Гран-при яуланыРеспублика спортсыһы еңел атлетика буйынса Гран-при яуланы
Республика спортсыһы еңел атлетика буйынса Гран-при яуланы

Туниста паралимпиясылар араһында еңел атлетика буйынса донъя Гран-прийы этабы тамамланды. Унда донъяның 42 иленән 353 спортсы йыйылды. Был ярышта 2,5 йыл эсендә тәүге тапҡыр Рәсәй спортсылары ла ҡатнашты. Йыйылма командаға Башҡортостан вәкиле Анна Кулинич-Сорокина ла инде. Милли йыйылма команда составында Анна T11/12 класында (200 метрға йүгереү) һәм F12/46 класында һөңгө ырғытыуҙа ике алтын миҙал яуланы. Республиканың спорт министры Руслан Хәбибов үҙенең телеграм-каналында ошондай ҡыуаныслы хәбәр менән уртаҡлашты.

«Спортсыны һәм уның тренеры Петр Буйловты уңыштары менән ҡотлайым!» -  тип яҙған ул.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-03-13/sportsmenka-iz-bashkirii-vyigrala-gran-pri-po-legkoy-atletike-sredi-paralimpiytsev-3679867

Автор:
Читайте нас