Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектәрҙә генә лә халыҡ төрлөсә мутлашыусыларға 14 миллион һум аҡса күсергән.
Хоҡуҡ органдары был турала 33 ғариз ҡабул иткән.
Өфө ҡалаһы буйынса 3-сө полиция бүлегенә 41 йәшлек ир мөрәжәғәт итә. Мессенджерҙарҙың береһендә ул өҫтәмә аҡса эшләү мөмкинлеге тураһында иғлан күреп ҡала. Унда, һанлы валюта һатып алып, юғары дивидент алыу хаҡында яҙылған була. Хәбәргә ышанған ир күрһәтелгән сайтта теркәлә һәм электрон янсыҡ аса, унда 3,5 млн һумға яҡын аҡса күсерә. Уны ҡурсалауға алған “рейдер” бөтә сумманы икенсе янсыҡҡа күсерергә өгөтләй һәм быға өлгәшә. Һөҙөмтәлә ир аҡсаһын юғалта.
Шулай уҡ енәйәтселәр төрлө юл менән 78 йәшлек пенсионерҙың – 2 млн, 35 йәшлек ҡатындың 1 млн һум аҡсаһын урлаған.
Хөрмәтле граждандар! Ашығыс ҡарарҙар ҡабул итмәгеҙ. Әгәр һеҙгә телефон аша кредит аҡсаһын инвестициялап, ҙур килем вәғәҙә итәләр икән, улар мутлашыусылар булыуы мөмкин. Шикле тәҡдимдәргә яуап бирмәгеҙ.
Эске эштәр министрлығының БР буйынса матбуғат хеҙмәте.