«Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам» милли проект сиктәрендә Төбәк лизинг компанияһы «Иджара» тип аталған яңы лизинг продуктын тәҡдим итә.
Ул – шәриғәт ҡанундарына туры килгән махсус лизинг формаһы. Ғәҙәти лизингтан айырмалы булараҡ, «Иджара» осрағында объект буйынса барлыҡ ҡурҡыныстар тулыһынса һатып алыу осорона тиклем лизинг команияһы иҫәбендә милек хужаһы булараҡ һаҡлана. Шулай уҡ түләүҙәрҙе һуңлатҡан өсөн штрафтар һәм пенялар ҡаралмаған.
«Иджара» продукты шарттары буйынса 36 йылға тиклем 500 мең һумдан 50 миллионға тиклем финанслау ҡаралған, лизинг предметы булып махсус техника, транспорт (йөк, еңел коммерция), автобустар тора. Лизинг алыусыларға ҡарата талаптар үҙгәрмәгән – ул элеккесә МСП субъекты булырға тейеш, предприятиның реестрға индерелеүе һәм шәриғәт нормаларына һәм талаптарына ҡаршы килмәгән эшмәкәрлек алып барыуы шарт.
Ярҙам алыу өсөн эшҡыуарға лизинг компанияһына ғариза һәм кәрәкле документтар бирергә кәрәк. Ғариза хупланғандан һуң, ниәттәр тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла һәм, килешеү төҙөү нийәтен раҫлау билдәһе итеп, килешү хаҡының 10-15 проценты күләмендә түләү индерелә.