+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Марта 2024, 04:35

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре менән хеҙмәттәшлек буйынса вебинар

"Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 20 мартта сәғәт 11-ҙә (Мәскәү ваҡыты) "Рәсәйҙән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә төрөлгән аҙыҡ-түлек экспорты кейстарын аҙымлап тикшереү" вебинары үтә.

Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре менән хеҙмәттәшлек буйынса вебинарБерләшкән Ғәрәп Әмирлектәре менән хеҙмәттәшлек буйынса вебинар
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре менән хеҙмәттәшлек буйынса вебинар

"Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 20 мартта сәғәт 11-ҙә (Мәскәү ваҡыты) "Рәсәйҙән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә төрөлгән аҙыҡ-түлек экспорты кейстарын аҙымлап тикшереү" вебинары үтә.

Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итә.

Әле, 2022 йыл менән сағыштырғанда, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре менән тауар әйләнеше 5,4 процентҡа артҡан. Был күрһәткес буйынса атап үтелгән ил Башҡортостандың экспорт партнерҙары араһында дүртенсе урынға сыҡҡан.

Вебинарҙа ҡатнашыусылар экспортҡа продукт һайлау, тауарҙы маҡсатлы баҙарға яраҡлаштырыу, маркировкалау талаптарына, продукцияны визуаль яраҡлаштырыуға, хәләл һәм органик логотиптарҙы ҡулланыу талаптарын, B2B-партнер эҙләү, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә брендты үҫтереү мәсьәләләрен тикшерәсәк.

Шулай уҡ сара барышында ҡатнашыусылар Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре баҙарында эш итеүгә ҡағылышлы һорауҙар бирә аласаҡ. Спикерҙар ролендә "РусГлобалЭкспорт" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Дмитрий Поляков, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Хәләл компетенциялар үҙәге етәксеһе Марат Низамов һәм Компетенциялар үҙәге етәксеһе урынбаҫары Хәләл Сәлих Патеев сығыш яһаясаҡ.

Вебинарҙа ҡатнашыу өсөн Рәсәй экспорт үҙәге сайтында 18 мартҡа тиклем https://www.exportcenter.ru/events/international-consultations/601542/ һылтанмаһы буйынса инеп теркәлергә кәрәк. Бәйләнешкә сығыу һылтанмаһы сара башланыуҙан бер тәүлек алда ебәрелә.

Автор:
Читайте нас