+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Марта 2024, 07:47

Бәләбәй районында йәшәүсе 83 йәшлек инәй яугирҙәргә йылы әйберҙәр бәйләй

Бәләбәй районының Аҡбаҫар ауылынан Гөлсөм Шафиҡова махсус операцияла ҡатнашыусыларға йылы әйберҙәр бәйләй.

Бәләбәй районында йәшәүсе 83 йәшлек инәй яугирҙәргә йылы әйберҙәр бәйләйБәләбәй районында йәшәүсе 83 йәшлек инәй яугирҙәргә йылы әйберҙәр бәйләй
Бәләбәй районында йәшәүсе 83 йәшлек инәй яугирҙәргә йылы әйберҙәр бәйләй

Бәләбәй районының Аҡбаҫар ауылынан Гөлсөм Шафиҡова махсус операцияла ҡатнашыусыларға йылы әйберҙәр бәйләй. Райондың муниципалитет башлығы Азат Сәхәбиевтың социаль селтәрендәге яҙмала билдәләнеүенсә, 83 йәшлек инәйҙең ун ике пар йылы ойоғо әҙер. 

«Мин ҡул эштәрен яратып башҡарам. Ә һалдаттар өсөн айырыуса күңел йылыһын, йөрәк нурын һалып бәйләйем. Өйҙәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар, тип теләйем. Минән бер кем дә һораманы, мәжбүр итмәне. Беҙ булмаһаҡ, кем? Яугирҙәребеҙ уларҙы онотмауҙарын, яратыуҙарын һәм өйҙә көтөүҙәрен белһен», — ти Гөлсөм Шафиҡова.

Гөлсөм Исмәғил ҡыҙы үҙе биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Әлеге көндә ул кесе улының ғаиләһе менән йәшәй. Уларҙың ҙур һәм татыу ғаиләһендә алты малай үҫә! Инәйҙең ике улы ла Чечняны үткән, өс ейәне армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан, ә дүртенсеһе быйыл яҙғы саҡырылышта ил алдындағы бурысын үтәргә юллана.

Сығанаҡ: Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиевтың социаль селтәре.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас