+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
13 Март 2024, 04:20

Ауыл эшсәндәре сәсеүгә әҙерләнә

Быйыл Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында яҙғы ҡыр эштәре 10 апрелдән башланыуы ихтимал, тип күҙаллай белгестәр.

Ауыл эшсәндәре сәсеүгә әҙерләнәАуыл эшсәндәре сәсеүгә әҙерләнә
Ауыл эшсәндәре сәсеүгә әҙерләнә

Быйыл Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында яҙғы ҡыр эштәре 10 апрелдән башланыуы ихтимал, тип күҙаллай белгестәр.

Республика буйынса сәсеүлектәр майҙаны 2 млн гектарҙан ашыу ерҙе биләй. Шуларҙың 1,74 млн гектары иген культуралары өсөн тәғәйенләнгән.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, 2024 йыл башынан Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы Башҡортостан Республикаһы аграрийҙарына дөйөм суммаһы 5,8 миллиард һумлыҡ ҡыҫҡа ваҡытлы льготалы кредиттарға 132 заявканы хуплаған. Сәсеү кампанияһына федераль бюджеттан 486,3 миллион һум субсидия бүленгән.

Автор:
Читайте нас