+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
13 Март 2024, 10:34

60-тан һуң тормош яңы башлана!

Президент Владимир Путин үҙенең быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә “Ғаилә”, “Оҙон һәм әүҙем ғүмер”, “Рәсәй йәштәре”, “Кадрҙар”, “Мәғлүмәттәр иҡтисады” тигән яңы милли проекттар тураһында белдергәйне. Бер нәмәгә лә битараф булмаған быуын – пенсиялағы ханымдар һәм уҙамандар айырыуса “Оҙон һәм әүҙем ғүмер” тигән проект хаҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу менән фекер алыша. Түбәндә Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе 61 йәшлек Лариса Васильевна Жукованың фекерҙәрен килтерәбеҙ.

60-тан һуң тормош яңы башлана!60-тан һуң тормош яңы башлана!
60-тан һуң тормош яңы башлана!

Президент Владимир Путин үҙенең быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә “Ғаилә”, “Оҙон һәм әүҙем ғүмер”, “Рәсәй йәштәре”, “Кадрҙар”, “Мәғлүмәттәр иҡтисады” тигән яңы милли проекттар тураһында белдергәйне. Бер нәмәгә лә битараф булмаған быуын – пенсиялағы ханымдар һәм уҙамандар айырыуса “Оҙон һәм әүҙем ғүмер” тигән проект хаҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу менән фекер алыша. Түбәндә Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе 61 йәшлек Лариса Васильевна Жукованың фекерҙәрен килтерәбеҙ:

 – Өс тиҫтә йылға яҡын энергетика өлкәһендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Ғүмер буйы тырыш хеҙмәттә булған кеше алтын көҙөндә бәхетле, йәм табып йәшәһен, рәхәтләнеп ваҡытын яҡындарына, балаларына, ейәндәренә арнай алһын өсөн ни кәрәк? Тап сәләмәт һәм әүҙем ғүмер оҙонлоғоноң артыуы мөһим. Шуға ла “Оҙон һәм әүҙем ғүмер” милли проектын бик хуплайым. Республикабыҙҙа оло йәштәгеләрҙең тормош сифатын, әүҙемлеген күтәреүгә йүнәлтелгән программалар барлығына ҡыуанам. Мәҫәлән, үҙем “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проектында өс тапҡыр ҡатнашып, иҫ киткес тәьҫораттар алдым: тәүге тапҡыр Илеш районындағы “Ал роза” комплексында, икенсеһендә – баш ҡалабыҙ Өфөлә, өсөнсөһөндә Белоруссияла булдым.

Әле иһә Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында булдырылған “Наш ковчег” клубына  ҙур ҡыуаныс менән йөрөйбөҙ. Ул спорт, сәләмәт тормош яратыусы 55 йәштән өлкән кешеләрҙе берләштерә. Һауыҡтырыу гимнастикаһы, йога, һүрәт төшөрөү, бейеү, ауыр атлетика, волейбол, дартс, шахмат һәм шашкалар – һәр кемебеҙ бында йәненә оҡшаған шөғөл тапты. 60-тан һуң тормош яңы башлана, тиер инем, һис икеләнмәйенсә!

 Ә яңы “Әүҙем һәм оҙон ғүмер” проекты беҙҙең быуынға, һис шикһеҙ, тағы ла ҙурыраҡ мөмкинлектәр бирәсәк, тип уйлайым.

 

60-тан һуң тормош яңы башлана!
60-тан һуң тормош яңы башлана!
60-тан һуң тормош яңы башлана!
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас