Башҡортостанда үткән ике йылда «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә дөйөм оҙонлоғо 1282 метрҙан ашыу күпер ремонтланған.
2022 йылда дөйөм оҙонлоғо 431,5 метр тәшкил 8 күпер тейешле кимәлгә иткереп төҙөкләндерелгән, 2023 йылда күрһәткес ике тапҡырға артҡан. Эштәр Баймаҡ, Бәләбәй, Белорет, Благовар, Ғафури, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Ҡараиҙел, Күгәрсен, Саҡмағош, Шаран райондарында Үҙән, Ағиҙел, Еҙем, Ҡамайылға, Суходол, Иртөбәк, Йөйәк, Һаҡмар, Инйәр йылғалары аша һалынған күперҙәрҙә башҡарылған.
Былтыр Өфөлә Шаҡша күперендә эш башланған. Уның оҙонлоғо – 441 метр. Объектты киләһе йылда тапшырыу ҡаралған. Быйыл кәм тигәндә 566 метрлыҡ 8 күпер, 148,5 км юлдар ремонтлау ҡарала. Был маҡсатта «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә 5,9 млрд һум аҡса бүленә.