13-15 мартта Өфө вуз-ара студенттар кампусында Бөтә донъя йәштәр фестиваленең “Эшлә!” тип аталған төбәк этабы үтә.
“Эшлә!” фестивалендә Бөтә донъя йәштәр фестиваленең ҡатнашыусылары һәм ирекмәндәре, Башҡортостан Республикаһында йәшәгән 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәр, студенттар, шул иҫәптән беҙҙә уҡыған сит ил йәштәре, йәштәр ойошмалары вәкилдәре һәм белгестәре ҡатнаша ала.
Сарала ҡатнашыу өсөн https://forms.yandex.ru/u/65e5dc1384227c0e23584835/ һылтанмаһы буйынса үтеп теркәлергә мөмкин.
БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабиров белдереүенсә, фестивалдең төбәк этабы күп милләтле республикабыҙҙың мәҙәниәттәре диалогын үҫтереүгә этәргес булып тора, йәштәрҙең йәмғиәт мәнфәғәтендәген башланғыстарын танытыуға юлдар аса.