Учалыла йәшәүсе 12 йәшлек Регина Ғиҙиәтова өйөнә ҡайтмаған. Ҡыҙҙың әсәһе хәбәр итеүенсә, кисә улар бер аҙ һүҙгә килешкән һәм ҡыҙ өйҙән сығып киткән. Ҡатын Регинаның быға тиклем дә үҙен шулай тотҡанын таный, әммә уның төн буйына бер хәбәрһеҙ юғалғаны булмаған.
"Мин бөтә дуҫтарыма, туғандарыма шылтыраттым, ул бер ҡайҙа ла юҡ. Полицияға ғариза яҙҙым, ҡыҙымды төн буйы эҙләнек, әммә таба алманыҡ", – тине Регинаның әсәһе.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баланы эҙләү дауам итә. Бишенсе синыф уҡыусыһы биленә тиклем аҡ капюшенлы ҡара куртка, ҡара джинса салбар, йәйге аҡ кроссовка кейгән.
Айырым билдәләре: оҙон ҡара сәсле, һорғолт күҙле, буйы – 135 × 140 см., уң яҡ яңағында миңе бар.
"Телефоны өйҙә ҡалған, үҫмерҙә башҡа кешенең исеменә банк картаһы булыуы мөмкин. Әгәр һеҙ уның ҡайҙалығын беләһегеҙ икән, 102, 112, 8-967-73-52-204 (ҡыҙҙың әсәһе), 8-967-459-40-89 (Анастасия - эҙләү буйынса координатор) телефондары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайбыҙ", — тип мөрәжәғәт итә ирекмәндәр социаль селтәр аша.
Сығанаҡ: "Башинформ".