+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
12 Март 2024, 03:18

Шишмәлә “ЭкоПышка” гастромаркеты төҙөлә

Шишмә районында “ЭкоПышка” гастромаркетын төҙөү буйынса өҫтөнлөклө инвестиция проекты ғәмәлгә ашырыла башланы.

Шишмәлә “ЭкоПышка” гастромаркеты төҙөләШишмәлә “ЭкоПышка” гастромаркеты төҙөлә
Шишмәлә “ЭкоПышка” гастромаркеты төҙөлә

Шишмә районында “ЭкоПышка” гастромаркетын төҙөү буйынса өҫтөнлөклө инвестиция проекты ғәмәлгә ашырыла башланы, тип хәбәр итә республикабыҙ Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Инвестор гастромаркет һәм тиҙ туҡланыу кафеһын төҙөү өсөн арендаға ер участкаһы алған. Проектҡа, дөйөм алғанда, 20 миллион һум аҡса һалынасаҡ, 20 эш урыны барлыҡҡа киләсәк.

– Был – “ЭкоПышка” селтәренең Өфөнә ҡалаһынан ситтәге тәүге проекты. Быйыл йәй үк гастромаркет Шишмә ҡасабаһында йәшәүселәрҙе тәмле аштар, милли ризыҡтар, фермер продукттары менән ҡыуандырасаҡ. Әле иһә гастромаркет нигеҙенә тәүге таш һалынды, – тип билдәләй Башҡортостан Республикаһы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Фото БР Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас