+30 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
12 Марта 2024, 07:24

Илдең иң ҙур мәҙәни форумы “Арт-Ҡоролтай” Башҡортостанда дүртенсе тапҡыр уҙҙы

Илдең иң ҙур мәҙәни форумы “Арт-Ҡоролтай” Башҡортостанда дүртенсе тапҡыр уҙҙы 11 мартта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында  “Арт-Ҡоролтай” мәҙәни форумының эшлекле программаһы үтте, унда “Заман диалогында мәҙәниәт” пленар ултырышы булды һәм төрлө майҙансыҡтар эшләне. Форум сиктәрендә “Мәҙәни взвод” күргәҙмәһен асыу “Арт-Ҡоролтай”ҙың мөһим өлөшөнә әйләнде.  

Илдең иң ҙур мәҙәни форумы “Арт-Ҡоролтай”  Башҡортостанда дүртенсе тапҡыр уҙҙыИлдең иң ҙур мәҙәни форумы “Арт-Ҡоролтай”  Башҡортостанда дүртенсе тапҡыр уҙҙы
Илдең иң ҙур мәҙәни форумы “Арт-Ҡоролтай” Башҡортостанда дүртенсе тапҡыр уҙҙы

Илдең иң ҙур мәҙәни форумы “Арт-Ҡоролтай”  Башҡортостанда дүртенсе тапҡыр уҙҙы

11 мартта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында  “Арт-Ҡоролтай” мәҙәни форумының эшлекле программаһы үтте, унда “Заман диалогында мәҙәниәт” пленар ултырышы булды һәм төрлө майҙансыҡтар эшләне. Форум сиктәрендә “Мәҙәни взвод” күргәҙмәһен асыу “Арт-Ҡоролтай”ҙың мөһим өлөшөнә әйләнде.  “Мәҙәни взвод” күргәҙмәһе – ул махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан сәнғәтебеҙҙең аҫыл егеттәре – артистарҙың, йырсыларҙың, бейеүселәрҙең фотоһүрәттәренән торған стенд.

Шулай уҡ   “Арт-Ҡоролтай” форумында  Самсон Чанб исемендәге Абхазия дәүләт драма театры директоры Алхас Чолокуа һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры Иршат Ишбулатов үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Форумдың тантаналы өлөшөндә иһә йола буйынса мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен ҡотланылар. Легендар «Каруанһарай» төркөмө артисы, композитор Мәхмүт Нәҙершин «Башҡортостандың халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды, ә  композитор Урал Иҙелбаев Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры дирижеры Ринат Мөхәмәтйәнов, йырсы Салауат Мөхәмәтйәнов, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле артисы Иршат Ғайсин “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” исемен алып һөйөндө.

Илдең иң ҙур мәҙәни форумы “Арт-Ҡоролтай”  Башҡортостанда дүртенсе тапҡыр уҙҙы
Илдең иң ҙур мәҙәни форумы “Арт-Ҡоролтай” Башҡортостанда дүртенсе тапҡыр уҙҙы
Автор:
Читайте нас