Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан ҡаланың төп тиҙлекле магистрален биҙәү планлаштырыла, тиҙәр мэрияла.
Бығаса Зәки Вәлиди урамы башындағы күпер – зәңгәр, Октябрь революцияһы урамы менән киҫешкән урындағыһы йәшел төҫ алды.
Тағы ла алты юл үткәргесте төҫлө биҙәлеш көтә:
- ҡыҙыл – СССР-ҙың 50 йыллығы урамы
- алтынһыу-баҡыр – Минһажев,
- ҡыҙғылт-һары – Революция,
- зөбәржәт – Киров,
- йәшел-зәңгәр – Галле,
- шәмәхә – Әй.
Был күперҙәр ҡаланы биҙәп кенә ҡалмай, водителдәр өсөн йүнәлеш булып та тора.