11 мартта Мәскәүҙә Башҡортстан Башлығы Радий Хәбиров "Ростех" дәүләт корпорацияһының генераль директоры Сергей Чемезов менән осрашты.
Һүҙ республика менән бәйләнештәрҙе нығытыу һәм «Ростех» төркөмөнә ҡараған сәнәғәт предприятиеларын үҫтереү тураһында барҙы.
Радий Хәбиров Башҡортостанда индустриаль тармаҡтың тотороҡло эшләүен белдерҙе. Был 2023 йыл һөҙөмтәләре буйынса республикала сәнәғәт етештереү индексының 106,5 процентҡа етеүе менән дә раҫлана. Күрһәткесте формалаштырыуға "Ростех" предприятиелары ла ҙур өлөш индерә.
Республиканың машина төҙөлөшө флагманы булған ОДК-УМПО 2025 йылда үҙенең 100 йыллығын билдәләй. Эшлекле һөйләшеүҙә етәкселәр иҫтәлекле датаға әҙерләнеү, шулай уҡ Стәрлетамаҡтағы «Станкостстрой» НПО станок производствоһында металл ҡойоу производствоһын булдырыу тураһында ла фекер алышты.