Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек йылы айҡанлы Өфөгә «Йөрәк саҡырыуы буйынса» һуҡыр һәм насар күргән балаларға ярҙам итеү хәйриә фондының попечителлек советы президенты Һәм ойоштороусыһы, «Аҡ таяҡ» Халыҡ-ара хәйриә фестивале авторы һәм патронессаһы, йырсы Диана Гурцкая килде. 11 мартта ул “IV АРТ-Ҡоролтай” мәҙәни форумы сараларында ҡатнашты. Диана Гурцкая һәм уның ҡустыһы Роберт Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында булды.
Китапхана директоры Айгөл Әминева ҡунаҡтар өсөн экскурсия үткәрҙе, учреждениеның бөтә ҡыҙыҡлы залдарын күрһәтте, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы яҡтары һәм китапхана эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре менән таныштырҙы. Экскурсиянан Һуң Диана Гурцкая: “Өфөлә тәүге осрашыуым китапханала үтте. Мине китаптар илһамландыра, бер бит булһа ла китап уҡымаған көнөм юҡ. Бында йән, йөрәк көсө һалынғаны тойола. Электрон китапхана ла бар, Брайль да, күргәҙмә макеттар ҙа – барыһы ла иҫәпкә алынып эшләнгән, ҙур хәстәрлек күренә. Ошо үҙәк китапхана, уны 5 мең кеше ҡарай. Был кешеләрҙең уҡырға теләүе һәм китап яратыуы тураһында һөйләй. Эйе, бөгөн – төрлө технологиялар, компьютерҙар, интернет заманы, әммә уҡыу барыбер тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ өлөшө булып ҡала”, – тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты ул.
Сығанаҡ: "Башинформ".