+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
11 Март 2024, 10:06

Ураҙа айында физик күнекмәләр мөмкинме?

Башҡортостандың Спорт министры Руслан Хәбибов үҙенең социаль селтәрҙәрендәге диуарында мосолмандарға Рамаҙан айында күнекмәләрҙе сикләүҙәр хаҡында яҙҙы.

Ураҙа айында физик күнекмәләр мөмкинме?Ураҙа айында физик күнекмәләр мөмкинме?
Ураҙа айында физик күнекмәләр мөмкинме?

Башҡортостандың Спорт министры Руслан Хәбибов үҙенең социаль селтәрҙәрендәге диуарында мосолмандарға Рамаҙан айында күнекмәләрҙе сикләүҙәр хаҡында яҙҙы.

“Рамаҙан айында шыйыҡса һәм туҡлыҡлы матдәләр ҡулланыу айырым ваҡыт менән сикләнгәнлектән, физик күнегеүҙәрҙең еңелерәктәренә өҫтөнлөк биреп, ауыр һәм күп көс талап иткән күнекмәләрҙән баш тартыу яҡшыраҡ. Тәжрибәле тренерҙар, әүҙем кардиокүнекмәләрҙән, шулай уҡ ауыр гантелдәрҙән һәм штангаларҙан баш тартып торорға тәҡдим итә. Еңел гимнастика менән шөғөлләнгән хәлдә лә, ваҡытын 15 минутҡа ҡыҫҡартырға кәңәш итәләр”, — тип тәҡдим итә ведомство етәксеһе.

Сығанаҡ: "Башинформ".

 

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас