+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
11 Март 2024, 08:41

Башҡортостанда Көнсығыш сығыу юлы ҡасан асыла?

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөнөң беренсе этабы тамамлана.

Башҡортостанда Көнсығыш сығыу юлы ҡасан асыла?Башҡортостанда Көнсығыш сығыу юлы ҡасан асыла?
Башҡортостанда Көнсығыш сығыу юлы ҡасан асыла?

11 мартта хөкүмәт кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебановтан Көнсығыш сығыу юлының әҙерлеге тураһында һораны.

«Һеҙ раҫлаған график буйынса барабыҙ. Үткән йомала мин унда барҙым, бер нисә мәсьәлә бар, әммә бөгөн беҙ уларҙың барыһын да хәл итербеҙ», — тип яуапланы министр.

«Март айында беҙ уны асабыҙ, дөрөҫ аңланыммы?» — тип һораны Башҡортостан Башлығы һәм Клебановтан ыңғай яуап алды.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөнөң беренсе этабы тамамлана.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-03-11/stalo-izvestno-kogda-otkroyut-vostochnyy-vyezd-v-ufe-3675804

Автор:
Читайте нас