+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
11 Март 2024, 07:47

Башҡорт дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторола

Был хаҡта дүшәмбе Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. Тейешле указға бөгөн ҡул ҡуйылған.

Башҡорт дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторолаБашҡорт дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторола
Башҡорт дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторола

Был хаҡта дүшәмбе Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. Тейешле указға бөгөн ҡул ҡуйылған.

–  Мәҙәниәт буйынса советта Башҡорт дәүләт ҡурайсылар ансамблен ойоштороу тураһында бик күп мөрәжәғәттәр килде. Беҙ Әминә Ивний ҡыҙы (Шафиҡова – редакциянан) менән үҙебеҙҙең мөмкинлектәрҙе барланыҡ. Мәктәптәр ҙә, көслө артистар ҙа күп, –  тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. – Бөгөнгө көндө республиканың дәүләт ҡурайсылар ансамбленең тыуған көнө тип иҫәпләргә мөмкин.

Радий Хәбиров Республика көнөндә ошо ансамбль сығыш яһай алһын өсөн мәҙәниәт министрына тиҙ арала коллективты тупларға ҡушты.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас