+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
11 Март 2024, 03:20

«АРТ-Ҡоролтай» эшен дауам итә

Өфөлә IV «АРТ-Ҡоролтай» Мәҙәни форумы бөгөн дә үҙ эшен дауам итә.

«АРТ-Ҡоролтай» эшен дауам итә«АРТ-Ҡоролтай» эшен дауам итә
«АРТ-Ҡоролтай» эшен дауам итә

Өфөлә IV «АРТ-Ҡоролтай» Мәҙәни форумы бөгөн дә үҙ эшен дауам итә.

Форум Рәсәй мәҙәниәте өлкәһендә стратегик ҡарарҙар ҡабул итеү йәһәтенән профессиональ үҫеш һәм иң яҡшы тәжрибәләр менән уртаҡлашыу киңлеген формалаштырыуға йүнәлтелгән илдәге иң ҙур дискуссия майҙансыҡтарының береһе булып тора. 2021 йылдан алып ул Башҡортостандың баш ҡалаһында уҙғарыла.

Форумға кисә, 10 мартта, Башҡортостандың дәүләт академия рус драма театрында Константин Хабенский менән ижади осрашыу старт бирҙе. Артабан Георгий Ковалев ҡуйған А.П. Чехов исемендәге Мәскәү художество театрының «Мөхәббәт тарихы» спектакле булды. «АРТ-Ҡоролтай»ҙың беренсе көнөн Башҡортостандың атҡаҙанған коллективы «Күңел күҙе» балалар студияһының «Һуғыш балалары» спектакле тамамланы.

Бөгөн форумдың эшлекле программаһы үтә. Унда «Заман диалогында мәҙәниәт» пленар ултырышы һәм майҙансыҡтар эше ҡаралған. «Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә мәҙәни һәм милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу» семинар-практикумы, «Хәҙерге донъяла идеология», «Музейҙар берләштерә: биләмә, ваҡыт, кешеләр», «Социаль проектлауҙан инклюзив мөхиткә: мөмкинлектәр һәм саҡырыуҙар», «ART-PR – мәҙәниәтте үҫтереүҙең яңы формалары»тематик секциялары планлаштырылған. Бынан тыш, АРТ-Ҡоролтай сиктәрендә был көндө II республика китапханалар форумы үтәсәк, мәҙәниәт өлкәһендәге белем биреү учреждениеларының етәксе хеҙмәткәрҙәре өсөн «Заманса һөҙөмтәле белем биреү мөхитен булдырыу» һәм театр-концерт ойошмалары етәкселәре өсөн «Ижад итеү сәнғәте: йәмғиәтте үҫтереү ҡоралы булараҡ мәҙәни практикалар» эксперт майҙансыҡтары эшләйәсәк. «Мәҙәни взвод» күргәҙмәһен асыу АРТ-Ҡоролтайҙың мөһим өлөшө буласаҡ.

IV «АРТ-Ҡоролтай» эшендә БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, А. П. Чехов исемендәге Мәскәү художество театры художество етәксеһе-директоры, Рәсәйҙең халыҡ артисы Константин Хабенский, Санкт-Петербург дәүләт университетының Тарих институтының «Рәсәйҙең яңы тарихы» кафедраһы профессоры Александр Пученков, РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы профессоры Наталья Таньшина, РФ Оборона министрлығының мәҙәниәт Департаменты директоры Артем Горный, «Йөрәк саҡырыуы буйынса» һуҡыр һәм насар күргән балаларға ярҙам күрһәтеү хәйриә фондының попечителлек советы ойоштороусыһы һәм президенты, «Белая трость» Халыҡ-ара хәйриә фестивале авторы һәм патронессаһы, йырсы Диана Гурцкая һәм Мәскәү, Санкт-Петербург, Красноярск, Донецк, Ырымбур, Ижевск, Волгоград, шулай уҡ Белоруссия һәм Абхазиянан мәҙәниәт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова билдәләүенсә, республикала күләмле мәҙәни форум үткәреү –  коллегаларҙың профессиональ диалогын төҙөү генә түгел, ә уны шунда уҡ ҡарарҙар ҡабул итеү кимәленә сығарырға мөмкинлек биргән йолаға әүерелгән.

Автор:
Читайте нас