+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
11 Март 2024, 11:10

Алда – һайлау

Республикала Президент һайлауына әҙерлек кимәле юғары.

Алда – һайлауАлда – һайлау
Алда – һайлау

Республикала Президент һайлауына әҙерлек кимәле юғары.

Хөкүмәт кәңәшмәһендә был турала Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов белдерҙе.

Тауыш биреү быйыл 15 марттан 17 мартҡа тиклем үтә.

Башҡортостанда бөтәһе 2 миллион 887 мең кеше һайлау хоҡуғына эйә. Әлеге ваҡытта шуларҙың 111 меңе өйҙән тауыш бирергә ғариза яҙған.

Һайлаусыларҙы 3308 һайлау участкаһы көтә.

Әлеге ваҡытта өс төрҙә – русса, башҡортса һәм татарса өс миллион самаһы бюллетень әҙерләнгән. Һайлау участкаларында 1364 видеокүҙәтеү камераһы һәм 1902 видеотеркәү сараһы ҡуйыла.

Автор:
Читайте нас