+30 °С
Болотло
Үткән бер тәүлектә Өфөлә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 500-гә яҡын юл ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы теркәгән.
Күп осраҡта водителдәр хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмай йөрөй – 73 осраҡ.
Йәйәүлеләргә юл бирмәү ҙә ғәҙәттәренә ингән – 60 осраҡ. Шулай уҡ балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләре йыш боҙола.
Эскән килеш руль артына ултырған 8 кеше тотолған, ә 4 водителдең таныҡлығы булмай сыҡҡан.