+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
7 Март 2024, 04:45

Батыр даны

Советтар Союзы Геройы Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың батырлығына һәм ҡаһармандарса һәләк булыуына 8 мартта 80 йыл тула. 

Батыр даныБатыр даны
Батыр даны

Советтар Союзы Геройы Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың батырлығына һәм ҡаһармандарса һәләк булыуына 8 мартта 80 йыл тула. 

Ул 1944 йылда Херсон өлкәһенең Дудчаны ауылын азат иткәндә командирҙар араһынан беренсе булып Александр Матросовтың батырлығын ҡабатлай.

Герой 1921 йылдың 8 мартында Миәкә районы Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылында тыуа. 1940 – 1941 йылдарҙа Баҡы ҡалаһындағы нефть техникумында уҡый. 1942 йылда Ҡыҙыл Армияға алына, хəрби училищеның тиҙлəтелгəн курсын тамамлағандан һуң Төньяҡ Кавказ фронтына ебəрелə. 1943 йылдың июленəн ике ҡыҙыл Байраҡ орденлы Суворов пулемет взводы командиры булараҡ һуғышта ҡатнаша. Ике мəртəбə яралана.

1965 йылда тыуған ауылы мәктәбендә Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың музейы булдырыла. Ә 2010 йылдан ул ауыл мәҙәниәт йортонда урынлаштырыла.

Район Мәҙәниәт йорто алдында Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың бюсы ҡуйылған.

Автор:
Читайте нас