+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
6 Март 2024, 05:54

Сибай ҡыҙы «Яңы Йондоҙҙар Фабрикаһы» проектында ҡатнаша

  ТНТ каналында «Яңы Йондоҙҙар Фабрикаһы» телепроектының беренсе эпизоды күрһәтелде. Проектта 17 һәләтле башҡарыусы ҡатнаша. Улар араһында Сибай ҡалаһынан 20 йәшлек Камилия Насретдинова ла бар.

Сибай ҡыҙы «Яңы Йондоҙҙар Фабрикаһы» проектында ҡатнашаСибай ҡыҙы «Яңы Йондоҙҙар Фабрикаһы» проектында ҡатнаша
Сибай ҡыҙы «Яңы Йондоҙҙар Фабрикаһы» проектында ҡатнаша

 ТНТ каналында «Яңы Йондоҙҙар Фабрикаһы» телепроектының беренсе эпизоды күрһәтелде. Программаның остаздары – Сергей Жуков һәм Сергей Шнуров. Жюриҙа Егор Дружинин, Анна Хилькевич һәм Клава Кока эшләй, шоуҙы Регина Тодоренко менән Тимур Родригез алып бара.

Проектта 17 һәләтле башҡарыусы ҡатнаша. Улар араһында Сибай ҡалаһынан 20 йәшлек Камилия Насретдинова ла бар. Сибайҙа 9-сы лицейҙа уҡыған сағында Камилия «Подсолнух» вокаль ансамблендә йырлай, «НеБарби» төркөмө солисы була, «Индиго» бейеү студияһында бейей, ҡала концерттарында даими ҡатнаша. Сибай исеменән сығыш яһаһа ла, Камилия әле Мәскәүҙә йәшәй. Ул Мәскәү сәнғәт колледжының вокал бүлегендә уҡып йөрөй.

Һәр ҡатнашыусы сәхнәлә саҡырылған артист менән дуэт йырлаған. Ошо сығыштарҙан һуң остаздар үҙ командаларын төҙөгән. Шоу ҡағиҙәләренә ярашлы, ҡатнашыусыларҙың береһе проекттан китергә тейеш. Беренсе сығарылышта Камилия Катя Лель менән бергә «Минең мармеладный» хитын башҡара.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас