+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
5 Март 2024, 09:15

Халыҡты иҫкәртеү системаһы тикшерелә

Иртәгә, 6 мартта,10.40 сәғәттән 10.43 сәғәткә тиклем Башҡортостанда халыҡты иҫкәртеү системаһы тикшерелә.

Халыҡты иҫкәртеү системаһы тикшереләХалыҡты иҫкәртеү системаһы тикшерелә
Халыҡты иҫкәртеү системаһы тикшерелә

Иртәгә, 6 мартта,10.40 сәғәттән 10.43 сәғәткә тиклем Башҡортостанда халыҡты иҫкәртеү системаһы тикшерелә.

“Бөтәгеҙгә лә иғтибар!” сигналы яңғыраясаҡ, телерадиоканалдар бүленә, телмәр хәбәр бирелә. Электр сиреналар һәм тауышты көсәйткестәр10.40 сәғәттә эшләй башлай. “Россия 1”, “Россия 24”, “Беренсе канал”, Башҡортостан юлдаш телеканалы, “Спутник ФМ”, “Юлдаш”, “Ашҡаҙар” теле һәм радиоканалдарҙа бер минут самаһы хәбәр тапшырыла.

Был сара иҫкәртеү системаһы тикшереү, уны ебәреү өсөн яуаплы дежур персоналдың әҙерлеген баһалар өсөн ойошторола.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас