+30 °С
Болотло
Быйыл Өфөлә биш медицина учреждениеһы капиталь ремонтланасаҡ. Был турала “Сәләм” тапшырыуында республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Роберт Иштуҡов хәбәр итте.
Ул 2-се һәм 5-се балалар поликлиникалары, 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһы, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы бүлектәре, туберкулезға ҡаршы диспансер тураһында һүҙ барыуын билдәләне.
Роберт Иштуҡов әйтеүенсә, 2025 йылға тиклем Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса тағы 18 объект яңыртыласаҡ.
Сығанаҡ: “Башинформ”.