+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
4 Март 2024, 11:08

«Һөт кухняһы» ризыҡтарын һатыу киңәйә бара

«Хәҙер «Һөт кухняһы» йогуртын, эремсеген һәм һөтөн федераль һәм республика сауҙа селтәрҙәрендә, магазиндарҙа һатып алырға мөмкин.

«Һөт кухняһы» ризыҡтарын һатыу киңәйә бара«Һөт кухняһы» ризыҡтарын һатыу киңәйә бара
«Һөт кухняһы» ризыҡтарын һатыу киңәйә бара

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың «Һөт кухняһы» ризыҡтарын һатыу киңәйә барыуын хәбәр итте. Башҡортостанда етештерелгән балалар өсөн һөт аҙыҡ-түлеген Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский һәм башҡа район-ҡалаларҙың 125 магазинында һатып алырға мөмкин.

«Хәҙер «Һөт кухняһы» йогурты, эремсеге, һөтө федераль һәм республика сауҙа селтәрҙәрендә — «Пятерочка», «Ашан», «Лента», «Окей», «Байрам», «Ярмарка, «Полушка», «Дворик», «Лукошко» һәм башҡа магазиндарҙа ла һатыла. Уларҙы таратыу пункттарында ла алырға була. Ә аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге һәм 3 йәшкә тиклемге балаларға, имеҙгән әсәләргә һәм йөклөләргә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына «Һөт кухняһы» продукцияһын бушлай таратабыҙ. Был бик мөһим ярҙам сараһы булып тора, шул рәүешле балаларыбыҙҙың, ғаиләләребеҙҙең һаулығын нығытабыҙ», — тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда «Һөт кухняһы» ассортиментында печенье ла бар.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-04/glava-bashkirii-soobschil-chto-produkty-molochnoy-kuhni-stali-dostupnee-3668142

Автор:
Читайте нас