+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
4 Март 2024, 11:04

Өфө шорт-трек буйынса Рәсәй кубогын ҡабул итә

Өфөлә шорт-трек буйынса Рәсәй кубогының финалы ойошторола. Ярыштарҙа Рәсәйҙең көслө спортсылары, шул иҫәптән яҡташыбыҙ, Олимпия чемпионы Семен Елистратов ҡатнашасаҡ.

Өфө шорт-трек буйынса Рәсәй кубогын ҡабул итәӨфө шорт-трек буйынса Рәсәй кубогын ҡабул итә
Өфө шорт-трек буйынса Рәсәй кубогын ҡабул итә

Өфөлә шорт-трек буйынса Рәсәй кубогының финалы ойошторола. Ярыштарҙа Рәсәйҙең көслө спортсылары, шул иҫәптән яҡташыбыҙ, Олимпия чемпионы Семен Елистратов ҡатнашасаҡ.

Шорт-трек буйынса Рәсәй кубогының һуңғы этабы 8-10 мартта Өфөлә, Александр Невский урамындағы Шорт-трек үҙәгендә буласаҡ, тип хәбәр итә республикабыҙҙың спорт министры Руслан Хәбибов үҙенең телеграм-каналында.

«Спортсыларыбыҙҙы дәртләндерергә килегеҙ», — тип саҡыра ул.

Сығанаҡ: «Башинформ».

Автор:
Читайте нас