+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
4 Март 2024, 03:55

Бер аҙнанан Рамаҙан айы инә

Рамаҙан 10 мартта ҡояш байығас башлана.

Бер аҙнанан Рамаҙан айы инәБер аҙнанан Рамаҙан айы инә
Бер аҙнанан Рамаҙан айы инә

Рамаҙан 10 мартта ҡояш байығас башлана.

Ураҙа тотоуҙың тәүге көнө - 11 мартта. Ул, 30 көн дауам итеп, 9 апрелдә тамамлана. 10 апрель – Ураҙа байрамы.

Тәүге тәрәүих 10 мартта йәстү намаҙынан һуң уҡыла.

Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты быйылғы Рамаҙанда фытыр саҙаҡаһының, фидиәнең күләмен билдәләне.

Фытыр саҙаҡаһы күләмен арпа буйынса иҫәпләгәндә – 150 һум, йөҙөм буйынса – 1000 һум.

Фидиә күләме – ураҙаны ҡалдырған һәр көн өсөн 400 һум (һаулыҡ торошо буйынса тота алмағанда йәки икенсе ваҡытҡа күсереү мөмкин булмаһа).

Автор:
Читайте нас