+30 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
4 Март 2024, 04:20

Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңгән

Республика инженер лицей-интернаты уҡыусыһы Вадим Харисов мәртәбәле бәйгелә еңеү яулаған.

Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңгәнБөтә Рәсәй олимпиадаһында еңгән
Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңгән

Республика инженер лицей-интернаты уҡыусыһы Вадим Харисов мәртәбәле бәйгелә еңеү яулаған.

29 февралдән 3 мартҡа тиклем Менделеевск ҡалаһында үткән химия фәне һәм “Менделеев тоҡомдары” химия технологиялары буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында Вадим Харисов абсолют еңеүсе булған. Ул еңеүсе статуэтка һәм 100 мең һум аҡсалата премия менән бүләкләнгән.

11 синыфта уҡыған Вадимдың был сираттағы ҙур уңышы. Былтыр үҫмер Рәсәй командаһы составында төрлө халыҡ-ара проектарҙа ҡатнаша. Ҡаҙағстанда үткән 57-се халыҡ-ара олимпиадала алтын миҙал яулай.

Автор:
Читайте нас