“Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткән “Ижади теләктәр шыршыһы” республика акцияһының гала-концертында балалар эстрада йондоҙҙары менән бергә сығыш яһаны.
“Ижади теләктәр шыршыһы”акцияһы Башҡортостанда өсөнсөгә үткәрелә. Республиканың төрлө райондарынан һәм ҡалаларынан килгән балалар билдәле артистар менән бергә сығыш яһай.
Проекттың төп маҡсаты – балаларҙың ижади хыялдарын тормошҡа ашырыу. Ул “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе тарафынан БР Мәҙәниәт министрлығы һәм БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары менән берлектә тормошҡа ашырыла. Акцияны бойомға ашырыуҙа “Башҡортостан” дәүләт концерт залы коллективы булышлыҡ итә. Проектта шулай уҡ республика ҡала һәм райондары мәҙәниәт учреждениелары ла ҡатнаша.
Акцияла 3 – 17 йәшлек инвалид балалар, етемдәр һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар ҡатнаша. Ҡағиҙә буйынса кескәйҙәр матди теләктәре хаҡында түгел, ә ижади хыялдары тураһындағы теләктәрен ҡалдыра ала.
Гала-концертта балалар Нәзифә Ҡадирова, Ғәли Алтынбаев, Вилдан Яруллин, Алмас Ғафаров, Диана Ишниязова, Фларида Иркина һәм башҡа эстрада йондоҙҙары менән бер сәхнәлә сығыш яһау бәхетенә эйә булды. Концертта шулай уҡ “Ант”, “Бишбармаҡ” төркөмдәре, “Поколение” хоры ла сығыш яһаны.
Фото – https://vk.com/ddn_rb?z=photo-128895214_457270750%2Fwall-128895214_16894.